«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эсһән шарап – башың харап булыр



20.06.2014 Эсһән шарап – башың харап булыр

Эсһән шарап – башың харап булыр Яңауыл районы полицияһы тарафынан 16 йәшлек үҫмергә ҡарата “Законһыҙ рәүештә транспорт сараһына эйә булыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылды.

Кониг ауылында йәшәгән 21 йәшлек егет төнө буйы кәйеф-сафа ҡорғандан һуң иртәнсәк үҙенең “Ока” автомобиленең юҡлығын күрә һәм был хаҡта хоҡуҡ һаҡлаусыларға белдерә. Ул, машинаны кисәге табындашым – мәктәп уҡыусыһы ҡыуып алып киткән, тигән.

“Ока”ны бар патруль нарядтары эҙләй. Машина Иҫәнбай ауылындағы Ҡояшлы урамында табыла. Ҡыуып алып китеүсе лә ҡулған алына.

Екатеринбург ҡалаһынан килгән 16 йәшлек үҫмер “тимер ат”тың хужаһы менән бергә эскәс, машина менән йөрөргә теләй. Хужаһы уның асҡыстарын алмаған була һәм үҫмер күрше ауылға сығып китә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға