19.06.2014 Тимер юлында снаряд табылған
Дәүләкән районынан үткән Куйбышев тимер юлының 1537-се саҡрымында ремонт эштәре алып барған эшселәр юл буйында хәрби снарядҡа оҡшаған әйбер тапҡан.
Ваҡиға урынына республика буйынса Эске эштәр министрлығының ОМОН инженер-техник төркөмө ебәрелгән. Саперҙар боеприпасты тикшереп, уның Граждандар һуғышынан бирле ҡалған 76 миллиметрлы снаряд булыуын асыҡлаған. Хәүефле табылдыҡты улар махсус полонға алып барып шартлатҡан.