«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Никах аферисы мажаралары



19.06.2014 Никах аферисы мажаралары

Никах аферисы мажаралары Баш ҡалала йәшәүсе 35 йәшлек ҡатын никах аферисынан зыян күргән. Ул уның менән ете ай элек интернет аша танышҡан. Ир икенсе ҡаланан Өфөгә күсеп килгән һәм ҡуртымға элиталы фатир, кредитҡа ҡиммәтле сит ил машинаһын алған. Аҙаҡтан ул ҡатынға: “Әйҙә, эшеңде ташла, минең менән булғанда һин аҡсаға нужа күрмәҫһең”, - тигән.

Туй яҡынлашып килгән. Ләкин бер көндө ир ҡатындың өйөндә һаҡлаған бер нисә миллион һум аҡсаһын алып эҙһеҙ юғалған. Был сумма магазин асыуға тәғәйенләнгән булған.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе кешенең юғалған паспортын ҡулланыуын асыҡлаған. Аферистың ысын ғаиләһе лә табылған. Уның ҡатыны һәм ата-әсәһе әйтеүенсә, ул сығып китеп, бер нисә ай йөрөгәндән һуң ҡайта һәм аҡса ҡалдырып, йәнә юғала.

Полицейскиҙар ирҙең бындай бер нисә енәйәткә ҡыҫылышы бар тип һанай. Ул быға тиклем мутлашыу һәм кеше туҡмау өсөн бер нисә йылға иркенән мәхрүм ителгән булған. Әле аферистҡа ҡарата “Айырыуса ҙур күләмдә урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған һәм ул ун йылға тиклем иректән мәхрүм ителәсәк







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға