«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ағиҙел күперендә – реверсив хәрәкәт



16.06.2014 Ағиҙел күперендә – реверсив хәрәкәт

Ағиҙел күперендә – реверсив хәрәкәт Билдәле булыуынса, баш ҡаланың көньяҡҡа йүнәлгән төп юлы көн дә тиерлек автомобиль тығындарынан йонсой. Был айырыуса иртәле-кисле һәм ялдарға һәм эш көндәренә ҡараған мәлдә асыҡ һиҙелә.
Иң проблемалы урын - Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел аша күпер. Юл һыҙаттары етерлек булмағас, бында тығындар йыш булып тора. Ошоно күҙ алдында тотоп, иртәгә бында реверсив хәрәкәт асыласаҡ. Махсус светофорҙар хәрәкәтте машиналар ағымына ярашлы көйләйәсәк. Йәшел ул янһа – аҫтағы һыҙат буш, ҡыҙылы – хәрәкәт тыйыла, һары диагональ уҡ янһа тиҙ арала реверсив һыҙаттан уң яҡтағына күсергә кәрәк. Светофорҙың бер ниндәй ҙә уты янмаһа һыҙаттан үтеү тыйыла.
Реверсив һыҙатлы юлға сығыу махсус юл тамғалары, разметка менән дә күрһәтелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға