«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Дуҫлыҡ күпере»



16.06.2014 «Дуҫлыҡ күпере»

«Дуҫлыҡ күпере» Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала асылған сираттағы күргәҙмә шулай атала.
Унда Татарстан рәссамдары, аталы-ҡыҙлы Яков менән Елена Лукьяненколарҙың ижады менән танышырға мөмкин. Проект ике республиканың һынлы сәнғәт оҫталарының ижади хеҙмәттәшлегенә ярашлы ойошторолған. Картиналарҙа Рәсәй төбәктәре, Көньяҡ Урал тәбиғәте сағылыш тапҡан. Уларҙа тыуған ергә һөйөү, тәрән фәлсәфә һалынған.
Күргәҙмә 25 июлгә тиклем эшләйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға