06.06.2014 “Ҡош юлы” саҡыра
Быйыл өсөнсө тапҡыр уҙасаҡ фестивалдә 60-тан ашыу башҡарыусы ҡатнашырға теләк белдергән.
“Ҡош юлы” республика гитарала уйнап йырлаусыларҙың конкурсы тағы ла Ейәнсураға саҡыра. Тәүге йылдарҙа уҙған фестиваль асыштарға, яңы исемдәргә бай булғайны. Тимур Әхмәтйәнов, Роберт Хәмиҙуллин, Тимур Ямалов, Лидия Таңатова, Альбина Шәмсетдинова, Револь Ғималов, Миңзәлә Яхина һәм башҡаларҙың йырҙары әле булһа йәштәрҙең теленән төшмәй.
Гитара моңон яратыусылар араһында киң танылыу алып өлгөргән конкурс өсөнсө тапҡыр ойошторола. Быйыл ул “Рух” төркөмөнөң тәүге солисы Ғәзинур Биктимеровтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Йылдағыса, уның тәүге өлөшө интернетта үтте: башҡарыусылар йырҙарын видеоға төшөрөп, махсус биткә һалды. Өсөнсө “Ҡош юлы”нда алтмыштан ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. 13 – 15 июндә конкурстың йомғаҡлау өлөшө фестиваль рәүешендә Ейәнсура районының Ҡыҙылташ яланында уҙасаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Конкурс барышында шағирҙар ҙа һынау тотасаҡ. Сөнки “Ҡош юлы” башҡорт бард сәнғәтен үҫтереү маҡсатын алға әйҙәй. Ә бардтарҙың төп ҡоралы, боронғо сәсәндәребеҙҙеке кеүек үк, ваҡытында әйтелгән тапҡыр һүҙ. Башҡорт гитарасылары йыр-моң аша йәмғиәтебеҙҙәге көнүҙәк проблемаларға иғтибар йүнәлтергә теләй.
Фестивалдә тамашасы булараҡ теләгән һәр кеше, ойошма ҡатнаша ала. Ойоштороусылар – республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, “Шоңҡар” журналы, Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Ейәнсура районы хакимиәте күңелле һәм файҙалы ял көндәре вәғәҙә итә: концерт тыңлауҙан тыш, волейбол, футбол кеүек уйындар, төрлө ярыштар көтөлә. Ә төндәрен палаткалар янында усаҡ яғып, йырҙар йырлашып ял итеүе үҙе ни тора! Әйткәндәй, “Йәшлек” гәзите лә быйыл конкурстың дуҫ-партнерҙары исемлегендә.
Уҙғарылған урын, конкурс программаһы кеүегерәк һорауҙарға тулыраҡ мәғлүмәтте “Бәйләнештә” селтәрендәге https://vk.com/bashgitara төркөмөндә табырға мөмкин.
М. АСҠАРОВА.