«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярты сәғәттә – ике талау



28.05.2014 Ярты сәғәттә – ике талау

Ярты сәғәттә – ике талауСтәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары буйынса полиция бүлектәренә ярты сәғәт арауығында тупаҫ рәүештә ҡылынған талауҙар тураһында хәбәр ителә.
Ике егет иртәнсәк Стәрлетамаҡ ҡалаһының Туҡаев урамындағы магазинға ингән. Улар һыра витринаһы янында бер аҙ торғас, ҡулдарына туғыҙ ҙур шешәләге һыраны тотоп сығып киткән. Һатыусының: “Түләгеҙ!” - тиеүенә тик һүгенеп яуап ҡайтарған. Талаусылар йәшел төҫтәге етенсе моделле “Жигули”ға ултырып күҙҙән юғалған.
Ун минут үткәс, был автомобиль Ишембай районының Шихан ҡасабаһындағы Үҙәк урамында урынлашҡан бәләкәй магазин янына туҡтаған. Егеттәр эскә инеп, бер һатып алыусының 500 һумлыҡ аҡсаһын талап алған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар алынған билдәләргә ҡарап, криминаль квартетты Стәрлетамаҡ йүнәлешендәге юлда туҡтатҡан. Улар талап алған әйберҙәр хужаларына кире ҡайтарылған.
Енәйәтселәргә – Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 18 һәм 25 йәшлек егеттәргә ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға