«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йондоҙға Урал батыр исеме бирелде



26.05.2014 Йондоҙға Урал батыр исеме бирелде

Йондоҙға Урал батыр исеме бирелде Икһеҙ-сикһеҙ йыһанда Урал батыр исемле яңы йондоҙ барлыҡҡа килде.
Халыҡ-ара күк йөҙө есемдәре каталогында Пегас йондоҙлоғонда урынлашҡан йондоҙға «Урал батыр» исемен биреү тураһында яҙылған. Был хаҡтағы мәғлүмәт «Роскосмос» матбуғат баҫмаһында бар.
Халҡыбыҙҙың геройының исемен күк йөҙө есеменә биреү инициативаһы менән Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге сығыш яһаны.
Сертификатҡа башҡорт, рус һәм инглиз телендә эпостан өҙөк яҙылған:
«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға