«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Оло Тәләк фажиғәһенә 25 йыл тула



26.05.2014 Оло Тәләк фажиғәһенә 25 йыл тула

Оло Тәләк фажиғәһенә 25 йыл тула 4 июнь республикабыҙҙың тарихында ҡайғылы дата тип һанала. 25 йыл элек Транссебер тимер юлы магистраленең 1710-сы саҡрымында (Әшә - Оло Тәләк аралығында) газ шартлай. Тап шул мәлдә ул урындан “Адлер - Новосибирск” һәм “Новосибирск - Адлер” пассажир поездары үтеп барған була.
Илебеҙ тарихындағы иң оло тимер юл фажиғәһендә 575 кеше һәләк булған, 653-сө йәрәхәтләнгән. Әйткәндәй, был һан яҡынса ғына, сөнки поездарға билетһыҙ ултырыусылар байтаҡ булған, өҫтәүенә, ул мәлдә билеттарҙы паспорт йәки башҡа документһыҙ һатҡандар.
Әлеге мәлдә шартлау урынында монумент урынлаштырылған. Локомотивтар уның эргәһенән сигнал биреп үтә, йыл да июнь башында хәтер акциялары ойошторола.
Быйыл 4 июндә иртәнге сәғәт 10-сы яртыла Иглин ауылында траур саралары үтәсәк. Унда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары ҡатнашасаҡ. Улар мәрхүмдәр рухына донъя классик музыкаһы өлгөләрен башҡарасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға