23.05.2014 Йондоҙ атылғанын күҙәтергә мөмкин
Бөгөн төндә Башҡортостан халҡы быға тиклем тикшерелмәгән метеор ағымын күрә аласаҡ. Ул Camelopardalid (Жираф) тип исемләнгән һәм уны донъя астрономдары бик уникаль тип һанай. Төнгө күкте байҡаусылар сәғәтенә 200-ҙән алып 1000 метеор төшкәненә шаһит була аласаҡ.
Был метеор ағымы 200 йыл элек Ер траекторияһынан үтеп киткән 209P/LINEAR кометаһының ҡойроғо. Уның барлығын ун йыл элек LINEAR телескобы асыҡлаған. Метеорҙар Төньяҡ Америкала яҡшы күренәсәк, шулай уҡ Рәсәй халҡы ла йондоҙ атылыуына шаһит була аласаҡ.
Метеорҙар ағымын Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо янындараҡ урынлашҡан Жираф йондоҙлоғо янында күрергә мөмкин буласаҡ.