24.11.2010 Аллаға ышан, әммә үҙең дә ҡымшан
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда күпме торлаҡ төҙөлөүе тураһында һандар һәм факттар килтерә. Шуларға күҙ һалайыҡ: дөйөм майҙаны 1406,3 мең квадрат метр тәшкил иткән 15,5 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған – был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 86,6 процент. Республиканың мең кешеһенә иҫәптә 346 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, шәхси торлаҡ йорттар өлөшө дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 76,9 процентын тәшкил итә. Шәхси төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 1081,8 мең квадрат метрлыҡ 10 меңдән ашыу шәхси йорт төҙөлгән (2009 йылдың ғинуар-октябренә ҡарата 83,6%). Дәүләткә ышаныс ҡалмағас, тимәк, халыҡ, кредиттарға батып булһа ла, үҙе ҡуҙғала башлаған.
Республика предприятиелары һәм ойошмалары ла йорттар төҙөүменән булла икән. Мәҫәлән, улар тарафынан туғыҙ айҙа 324,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған — был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 98,3%.
Халыҡ әйтеме раҫҡа тура килә: Аллаға ышан, әммә үҙең дә ҡымшан.