19.05.2014 Ҡотлайбы-ы-ы-ы-ыҙ!!!
«Йәшлек»тәрҙең сафы тағы ике кешегә артты – коллегаларыбыҙ Гүзәл менән Илнур Йосоповтарҙың, Данил менән Света Әбделғазиндарҙың ҡыҙҙары тыуҙы.
Йәш ата-әсәләрҙең шатлығын ихлас күңелдән бүлешәбеҙ һәм бәләкәстәргә иҫән-һау, ғаиләһенә – биҙәк, яҡындарына терәк булып, ҡыуандырып ҡына үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
Ишекте ҙур асып инде Бәхет,
Сабый ҡайтты хәҙер был өйгә.
Киңәйеп тә китте йорттоң түре,
Бишек бәүелә наҙлы бер көйгә.
Имен генә торһон донъялары,
Ҡыҙ балалар йортҡа йәм өҫтәр.
Атай менән әсәй ҡосағында
Бик бәхетле үҫһен бәпестәр!
«Йәшлек»тәр.