14.05.2014 Автомобиль янғындарын иҫкәртеү мөһим
Үткән тәүлектә республикала ун янғын теркәлгән, уларҙың өсәүһендә машиналар янып киткән. Төшкө сәғәт 2-се яртыла Өфө районының Подымалово ауылында “ГАЗель” автомобиленә ут тоҡанған. Уның моторына һәм кабинаһына ҙур зыян килә.
Ярты сәғәт үткәс, баш ҡаланың Октябрь районында “Хендэ – Портер” йөк машинаһы яна. Кискеһен Нефтекама ҡалаһында “ПАЗ” автобусы уттан зыян күрә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан дәүләт идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, республикала йыл башынан 85 автомобилдең яныу осрағы теркәлгән. Күп осраҡта янғын узелдарҙың, системаларыҙың, механизмдарҙың төҙөк булмауынан килеп сыҡҡан.
Ғәҙәттә, ут капот аҫтында, мотор янында тоҡана. Ҡайһы берендә салон яна башлай, ә иң һирәк ут сығыу осрағына агрегаттарҙы хәрәкәткә килтергән ҡайыштың яна торған әйбергә ышҡылыуы, подшипниктарҙың йәки тәгәрмәстең ҡыҫылып эшләүе инә.
Күңелһеҙ хәл булмаһын өсөн “тимер ат”тарҙы йышыраҡ тикшерергә һәм боҙолған урындарын йүнәтергә кәңәш ителә. Газ менән эшләүсе автомобилдәр айырым иғтибар талап итә. Яғыулыҡ юлдарынан ситкә аҡҡан бензиндың янып китеүе лә бар. Сифатһыҙ ҡуйылған магнитола һымаҡ электр тогы ҡулланыусы әйберҙәрҙең сымдарынан осҡон сәсрәүе ихтимал. Салонда тәмәке тартыу, тәҙрәнән төпсөк ташлау ҙа бәләгә
килтереүе ихтимал.