«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауыл урамдары ҡараңғы



23.11.2010 Ауыл урамдары ҡараңғы

Краснокама районының Николо-Березовка ауылында йәшәүсе Эмма Солтанова ауылдарҙа ут булмауына зарланып, Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт итте.
Әле Эмма декрет ялында, өйҙә бәпес ҡарап ултыра. Хәҙер көндәр ҡыҫҡарыу менән ҡараңғы тиҙ төшә, шуға ла әсәйҙәр балалары менән ҡараңғы урамдарҙа йөрөрөгә мәжбүр. Йәш әсә Президент блогына мөрәжәғәт итеп, республиканың күп кенә ауылдарын йонсотҡан проблеманы тотош Башҡортостанда хәл итерме-юҡмы билдәһеҙ. Әммә Эмма Солтанова Дмитрий Медведевҡа блог аша мөрәжәғәт иткәндән һуң өс көн эсендә яуап әҙерләнгән!
Хәҙер ауыл урамдары ҡайтанан матур уттарға күмелер тип өмөт итергә нигеҙ бар.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға