«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефон аферистары яңы алымдар ҡуллана



13.05.2014 Телефон аферистары яңы алымдар ҡуллана

Телефон аферистары яңы алымдар ҡулланаТелефон аша мутлашыусылар ябай граждандарҙы алдау менән бер рәттән селтәр һәм сәскә магазиндары хеҙмәткәрҙәренә лә хәүеф менән янай. Был сауҙа нөктәләренә тауышына ҡарағанда дәрәжәле кеше шылтырата һәм ҙур суммаға ҡыйбатлы спиртлы эсемлектәр йәки ҙур сәскә гөлләмәһе әҙерләүҙе һорай. Заказ яһағас ул, бер юлы телефон иҫәбенә 500 һумдан ике мең һумға тиклем аҡса һалығыҙ, мин хәҙер киләм һәм бер юлы түләйем тигән. Ләкин үҙенең телефон иҫәбенә аҡса күсереүҙәренә өлгәшкән мутлашыусының эҙе юғалған була.
Ошондай схема буйынса Белорет ҡалаһында йәшәүсе 45 йәшлек ир ҙә алдана. Ул эш эҙләп интернетты ҡараған мәлдә иғлан таба һәм шылтырата. Әңгәмәсеһе талапсан һәм дәрәжәле тауыш менән унан нимә эшләй белеүе тураһында белешә.
Ир һәм уның менән һөйләшкән кеше иртәгеһенә осрашырға һөйләшә. Буласаҡ эш биреүсе иргә аҙыҡ-түлек һатып алырға һәм телефон иҫәбенә аҡса һалырға һорай.
Осрашыу урынына килгән ир янына бер кем дә килмәй, ә әңгәмәсеһенең телефоны һүндерелгән булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре был номерҙың Ростов өлкәһендә теркәлгәнен асыҡлаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға