«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шамонино торғаны бер проблемалы ауыл булып сыҡты!



23.11.2010 Шамонино торғаны бер проблемалы ауыл булып сыҡты!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «Үҙ йортом» программаһы «проблемалар тупламаһы» булып сыҡты.
Был хаҡта ул «Комсомольская правда» гәзитен уҡыусыларға яуап биргәндә билдәләне. Әлеге программаны тормошҡа ашырыу өсөн бюджеттан күп аҡса бүленгән. Хәҙер шул аҡсаларҙың нисек ҡулланылыуы тикшерелә. «Үҙ йортом» программаһын ҡулланып торлаҡ алыуға ирешкән кешеләр меңләгән. Ләкин хәҙер улар төрлө проблемаларға юлыҡҡан. Коттедждар төҙөлгән ауылдарҙа инфраструктураның үҫеше, транспорт, газ индереү, мәктәп, балалар баҡсаһын төҙөүҙә бөгөндән хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр бар.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға