«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 9-сы класс уҡыусыһының төнгө мажаралары



28.04.2014 9-сы класс уҡыусыһының төнгө мажаралары

9-сы класс уҡыусыһының төнгө мажараларыЯңыраҡ Белорет ҡалаһында 16 йәшлек үҫмер төндә йөрөгәнендә Коммунистик урамында 3-сө моделле “Жигули”ны күреп ҡала. Ул күп уйлап тормай, ишеге бикләнмәгән автомобилдең салонына инеп ултыра. Артабан үҫмер ҡабыҙыу йоҙағының сымдарын туранан-тура тоташтырып, двигателде ҡабыҙа һәм төнгө ҡала буйлап сыға.
Беҙ аҙҙан машинаны ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте экипажы күреп ҡала һәм уны баҫтыра башлай. “Жигули” квартал эсенә боролоп туҡтай, үҫмер йүгереп, эҙ яҙлыҡтырырға уйлай. Ләкин бер аҙҙан уны полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата.
Машинаны 9-сы класта уҡыған үҫмер ҡыуып алып киткәне билдәле була. Ул төнгө ҡала буйлап йөрөйөм дә, шунан һуң урынына ките ҡайтарам тип уйлаған. Әйткәндәй, автомобилдең хужаһы, “тимер аты”ның юҡлығын тик иртәгәһенә, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан белеп ҡала.
Үҫмер “Хоҡуҡһыҙ рәүештә транспорт сараһына эйә булыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә. Ул быға тиклем дә яуаплылыҡҡа тарттырылған булған, балиғ булмағандар эше буйынса иҫәптә тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға