28.04.2014 Шкаф алам тип аферист тоҙағына эләккән
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ҡатын фатирына ремонт яһағас, яңы мебель алырға теләп, сауҙа үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Ул унда хаҡы 30 мең һум тирәһе торған шкаф-купеға заказ биргән.
Бер нисә көн үткәс, ҡатынға үҙен магазин хеҙмәткәре тип таныштырған егет килгән. Ул шкаф ҡуйыласаҡ урынды үлсәгән, егерме көндә яңы мебель килтереләсәк, тип килешеү төҙөгән. Унан һуң егет шарттар буйынса, алдан түләү кәрәк һәм төп фирма Өфөлә булғас, тауар чегын аҙаҡтан бирәм, тигән. Ҡатын был күрәләтә алдаҡҡа ышана һәм 14 мең һум аҡсаны тоттороп ебәрә.
Егерме көн үтһә лә, яңы мебель килтерелмәгән. Ҡатын үлсәүсе егеткә шылтыратып, бер ни эшләй алмаған. Аҙаҡтан ул алдан түләгән аҡсаһын кире ҡайтарырға теләүе лә бушҡа булған. Егет, аҡсаны иртәгә бирәм, әле ваҡытым юҡ, тип сәбәп тапҡан. Бер аҙҙан ул шылтыратыуға яуап бирмәй башлаған.
Ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән һәм мебель аферисының тоҙағына үҙе генә эләкмәүен аңлаған. Барлығы 15 мутлашыу осрағы теркәлгән, ҡала халҡына 350 мең һумдан ашыу зыян яһаған. Әлеге ваҡытта аферист – Өфө ҡалаһында йәшәүсе 28 йәшлек егетте эҙләү бара.