«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Суши курьерын өс мәртәбә алдағандар



23.04.2014 Суши курьерын өс мәртәбә алдағандар

Суши курьерын өс мәртәбә алдағандар Япон аҙығы – суши, ролдарҙы хәҙер републиканың ҙур ауылдарында ла эшләп һаталар. Бигерәк популяр был ризыҡты күптәр өйҙәренә заказ биреп алдыралар. Бының менән енәйәтселәргә үҙҙәренең ҡара эштәрен башҡарырға бик уңайлы ысул барлыҡҡа килде. Курьерҙарҙы талау, туҡмау, мутлашыу осраҡтары йыш ишетелеп тора.

Яңыраҡ Нефтекама ҡалаһындағы бер кафеға телефон аша 1300 һумлыҡ ролдарға заказ биргәндәр. Курьер ҡыҙ әйтелгән адрес буйынса барған мәлдә, уға клиент тағы ла шылтыратҡан һәм бер ыңғайы аҙыҡ-түлек тә һатып алыуҙы һораған. Быны эшләгән ҡыҙға бер аҙҙан тағы ла шылтыратып, телефон иҫәбен тулыландырығыҙ, аҡсаны ҡайтарырбыҙ тигәндәр.

Курьер күршеләге сауҙа үҙәгенә барып, әйтелгән өс телефон номерына тейешле сумманы күсергәс, заказды адрес буйынса алып киткән. Ләкин тәғәйен урындағы фатирҙа уны ҡаршы алған ир: “Мин бер ниндәй ҙә заказ яһаманым”, - тигән. Ҡыҙ заказсыға кире шылтырата алмаған – абоненттың телефоны һүндерелгән булған.

Полиция тикшереүе һөҙөмтәһендә аҡса һалынған номерҙарҙың Мәскәүҙә теркәлгәне асыҡланған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға