23.04.2014 Өфө ҡалаһы тарихы музейы буласаҡ
Баш ҡала сираттағы мәҙәни усаҡты асырға әҙерләнә. Ленин урамының 72-се йортонда Өфө ҡалаһының тарихы музейы урынлашасаҡ. Унда “Боронғо Өфө” (XVIII быуатҡа тиклем), “Дворяндар, сауҙагәрҙәр Өфөһө” (XVIII - XIX быуат) һәм “Совет, хәҙерге заман Өфөһө” (XX – XXI быуаттың башы) тип аталған тарихи экспозициялар булдырыласаҡ.
Әле буласаҡ музейға һәр теләгән кеше экспонаттар тапшыра ала. Бының өсөн шишәмбе һәм йома көндәрендә төшкө сәғәт 2-нән алып киске сәғәт 8-гә тиклем Киров районының 14-се мәктәбенә килергә кәрәк. Адресы – Туҡай урамы, 39, телефоны: 273-32- 76