«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Мәңгелек сәфәр»



10.04.2014 «Мәңгелек сәфәр»

«Мәңгелек сәфәр» Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның «Мәңгелек сәфәр» тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыҡты. Автор был китабында «Урал батыр» эпосы образдары аша донъя төҙөлөшөнә күҙ һала, тормошобоҙ төпкөлдәренә ҡараш ташлай, физик һәм рухи ҡанундарҙың серенә төшөндөрә. Автор һәр кешенең, тормошобоҙҙа ниндәй ваҡиғалар булыуына ҡарамаҫтан, үҙ иғтибарын шатлыҡҡа һәм бәхеткә йүнәлтә алыуын раҫлай, һәр кемдең бәхетле булыу өсөн йәшәгәнен иҫбатлай. Был китап еңеүселәр, тормошта юғалып ҡалмаусылар, көслө рухлылар өсөн тәғәйенләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға