26.03.2014 Баш ҡалала - етди коммуналь авария
Бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә баш ҡаланың Богдан Хмельницкий һәм Кремль урамдары киҫелешендә диаметры 40 сантиметрлыҡ йыйылыҡ трассаһы торбаһы тишелгән. Авария урынында урғылып сыҡҡан һыу фонтанынан ҙур соҡор барлыҡҡа килгән. Шаһиттар белдереүенсә, был ғәҙәттән тыш хәл шартлау һымаҡ яңғыраған. Фотоларҙа “Шевроле-Тахо” автомобиленең түңкәрелеүен, башҡа машиналарға ла шаҡтай зыян килеүен күрергә мөмкин.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында коммуналь хеҙмәттәр эшләй.
P.S.Новости Уфы и Башкортостана.