«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр»



18.03.2014 «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр»

«Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр»28 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыларҙы сираттағы премьераһы менән ҡыуандырмаҡсы — Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектакле ҡуйыласаҡ.
Бала сағынан уҡ донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы заман ҡатын-ҡыҙына әйләндерә. Йәше күптән инде ҡырҡтан ашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Тик бер көн егет, Жаннаны ташлап, күптән танышып йөрөгән ҡыҙы янына сығып китә. Ләкин матди ҡыйынлыҡтарға, тормош ауырлығына түҙә алмай, ул йәш кәләше менән сабый балаһын күтәреп, яңынан Жаннаның ишеген ҡаға.
Режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Әбүшаһманов, рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе — Илшат Яхин, балетмейстер - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Аскарова.
Ролдәрҙә: Жанна - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова, Альберт – Руслан Хайсаров, Рита – Лилиә Ғәлина, Альберт Робертович – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Элина – Зилиә Хәлилова, Земфира – Гөлфиә Рафиҡова, егеттәр: Урал Әминов, Фәнис Рәхмәтов, Артур Кәбиров.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға