«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ булығыҙ – телефон аша мутлашыусылар!



12.03.2014 Һаҡ булығыҙ – телефон аша мутлашыусылар!

Һаҡ булығыҙ – телефон аша мутлашыусылар! 10 мартта Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 88 йәшлек әбейгә кемдер шылтыратҡан һәм: “Туғанығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе”, - тип әйткән. Артабан, аварияла ғәйепләнеүсене аралап ҡалыу өсөн 100 мең һум аҡса кәрәк, тигәндәр. Әбей, терминалдан кәрәкле сумманы күсерә алмайым тигәс, өйөнә бер ир килгән һәм аҡсаны алып киткән. Мутлашыусылар тоҙағынан һаҡ булығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға