«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө күгендә авиәһәләкәт була яҙҙы



07.03.2014 Өфө күгендә авиәһәләкәт була яҙҙы

Өфө күгендә авиәһәләкәт була яҙҙы Кисә баш ҡала күгендә “Мәскәү-Өфө” рейсы буйынса осҡан “Боинг - 737” лайнерына лазер менән яҡтыртҡандар. Был хәл самолетҡа осоу-ултырыу һыҙатына килеп төшөргә ике ярым саҡрым ҡалғас булған.
Самолетты ултыртыу осоуҙың иң ҡатмарлы өлөшө тип һанала һәм бында пилоттарҙан ғәйәт ҙур иғтибарлылыҡ талап ителә. Ҡеүәтле лазер нуры менән ҡапыл һуҡырайырға, приборҙар күрһәтеүен дөрөҫ аңламаҫҡа, лайнерҙы һыҙаттан ситкә ултыртып, авиаһәләкәт яһарға мөмкин. Хоҡуҡ һаҡлаусылар, “Боинг” бортындағы 110 кешенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған хулиган Нижегородка биҫтәһенән ҡара эшен башҡарған, тип фараз ҡыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға