«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Һылыуҡай - 2014» - Раушания Юлдыбаева!



05.03.2014 «Һылыуҡай - 2014» - Раушания Юлдыбаева!

«Һылыуҡай - 2014» - Раушания Юлдыбаева! Кисә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында республиканың сибәр ҡыҙҙары араһында яҙ һайын үткәрелгән «Һылыуҡай - 2014» гүзәллек бәйгеһенең финалы үтте.
12 һылыуҡай еңеүсе тажы өсөн көрәште. Быйылғы конкурстың географияһы киңәйҙе – унда Мәскәү, Магнитогорск һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан да ҡыҙҙар ҡатнашты.
Шулай итеп конкурс һөҙөмтәләре түбәндәгесә:
“Наҙлы һылыуҡай” исеме Илүзә Йәғәфәроваға бирелде.
“Иманлы һылыуҡай” – Гөлнара Шәмсетдинова.
“Нурлы һылыуҡай” – Гөлназ Сәлтәшева.
“Нәфис һылыуҡай” - Сөмбөл Ҡарабулатова.
“Тамашасы һөйөүе” менән “БЮТ һылыуҡайы” – Эльвира Иҫәнбулатова.
“Моңло һылыуҡай” – Камила Бикҡолова.

3-сө урындар – Эльвира Гүмәрова менән Ләйлә Харисова.
2-се урын – Лилиә Вилданова.
1-се урын – Алина Байзакова.

ГРАН-ПРИ иһә Раушания Юлдыбаеваға тапшырылды.
Беҙҙең гәзиттең “Бәйләнештә”ге “Йәшлек гүзәле – 2014” төркөмөндәге һорау алыуҙа Илүзә Йәғәфәрова 926 тауыш йыйып, еңеүсе булды. Ҡотлайбыҙ! Еңеүсенең һүрәте йома һанында баҫылып сығасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға