«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алдаҡсы бурҙың мажаралары



21.02.2014 Алдаҡсы бурҙың мажаралары

Алдаҡсы бурҙың мажараларыШишәмбелә Дүртөйлө ҡалаһы полицейскийҙары, йәнәһе лә элекке ҡатынының телевизорын урлаған 31 йәшлек ирҙе ҡулға алған.
12 февралдә ул үҙенең танышы – 28 йәшлек ҡатын менән осрашҡан. Табын артында ултырғас, ир такси саҡыртып ҡайтып китә. Бер ыңғай ул ҡатындың фатирының запас асҡысын да һалып ала.
Күп тә үтмәй ир ҡатындың ике көнгә ауылға ҡайтып китеүен белә һәм фатирына төшөргә уйлай. Такси яллай һәм водителгә: “Ҡатыным менән айырылыштым, хәҙер уның өйөндә минең телевизор ҡалды, әйҙә, уны минән һатып ал”, - тип әйтә.
Ир фатирға инә, ҡатыным менән бик татыу йәшәнек, тип һөйләй һәм таксисҡа, телевизорҙы ал, ти. Тауар өсөн ул өс мең һум аҡса бирә.
Бер нисә көндән ҡайтҡан ҡатын телевизорҙың юғалыуын күрә һәм яңыраҡ үҙендә ҡунаҡ булған ирҙе шик аҫтына ала. Күп тә үтмәй бур тотолған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға