«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кредитығыҙҙы ҡаплайым тиеүселәргә ышанмағыҙ!



19.02.2014 Кредитығыҙҙы ҡаплайым тиеүселәргә ышанмағыҙ!

Кредитығыҙҙы ҡаплайым тиеүселәргә ышанмағыҙ! “Древпром” ауына эләгеп, бик ауыр хәлгә ҡалыусылар тураһында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡан инек. Был финанс тоҙағының эшләү схемаһын хәҙер башҡа ойошмалар ҙа ҡуллана. Ошо турала Башҡортостан Республикаһының Милли банкы иҫкәртә.
Финанс учреждениелары бик агрессив эш итә, реклама, социаль селтәрҙәр аша кешеләрҙең аңын томалай. Шул уҡ мәлдә улар ҙа кредит ҡаплау буйынса яуаплылыҡты үҙҙәренә алмай. Тәүҙә ойошмалар кредиттарҙы бер нисә ай буйы ҡаплай, аҙаҡтан заемсыға “һеҙҙең бурыс бар” тигән хәбәр килә. Өҫтәүенә, ваҡытында түләмәгән өсөн штраф, пенялар ҙа һалына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға