14.02.2014 “Вещдоктар. Сүриә”
Өфө фотографтары Айбулат Аҡбутин һәм Хәлит Сафиндың ижады бик үҙенсәлекле. Улар Сүриә илендә ике аҙна самаһы булып, ундағы ҡан ҡойошто үҙҙәренең фотоһүрәттәрендә, видеоларында сағылдырған. Махсус күргәҙмә булдырылған, унда урынлаштырылған экспонаттарҙы күңел тетрәнеүһеҙ ҡарап булмай. Язалау өсөн ҡулайламалар, пуля тейеп боҙолған уйынсыҡтар, боевиктар үҙҙәре менән ҡуша шартларға тейешле автомобиль ҡалдыҡтары, химия ҡоралы ҡулланыуын иҫбатлаған артефакттар һуғыштың бик насар нәмә икәнен аңларға, барыбыҙ ҙа тыныслыҡты һайларға тейеш икәнде иҫкәртә.
“Вещдоктар. Сүриә” фотокүргәҙмәһе Рәсәй ҡалалары буйлап оҙон сәйәхәттән һуң ниһайәт Өфөгә лә килеп етте. Ул был шәмбелә, сәғәт 12-лә “Аҡбуҙат” ипподромының холында асыласаҡ.