14.02.2014 Республиканың студент матбуғаты иғтибарына!
Н.Добролюбов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистик университеты “Беренсе һыҙат” исеме аҫтында Бөтә Рәсәй күләмендә студент матбуғаты конкурсын иғлан итте. Был проект Түбәнге Новгород өлкәһенең Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы ярҙамында ойошторола.
Конкурс февраль-март айҙарында үтәсәк, унда юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының матбуғат һәм интернет-баҫмалары ҡатнаша ала, бәйгеселәр 17 йәштән 30 йәшкә тиклем булырға тейеш.
Беренсе, ситтән тороп үткәрелгән этап 10 фералдән 17 мартҡа тиклем дауам итһә, 24 - 26 апрелдә иһә Түбәнге Новгородта йомғаҡлау өлөшө үтәсәк. Барлығы туғыҙ номинация билдәләнгән: “Иң яҡшы репортер”, “Иң яҡшы публицист”, “Иң яҡшы спорт журналисы”, “Иң яҡшы фотожурналист”, “Иң яҡшы дизайн”, “Иң яҡшы шәхси проект”, “Иң яҡшы команда”, “Студент баҫмаһының иң яҡшы бизнес моделе”, “Иң яҡшы интерактив баҫма”. Йомғаҡлауҙа билдәле журналист, яҙыусы Захар Прилепиндың ҡатнашыуы көтөлә.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән Н.Добролюбов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистик университетының сайтында йәки БР Журналистар союзының сайтында (http://сжрб.рф/news/1019-startoval-tretiy-vserossiyskiy-konkurs-studencheskoy-pressy-pervaya-polosa.html) танышырға мөмкин.