06.02.2014 Һәр беребеҙ йәшәргә өмөт бүләк итә ала
Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы “Өмөт бүләк ит” тигән яңы проектҡа нигеҙ һалды. Унда хәбәрселәр ярҙам кәрәк булған балалар тураһында һөйләйәсәк. Студияның http://sibaitv.ru/ адресы буйынса урынлашҡан рәсми сайтында рубриканың бар сығарылыштарын ҡарай, ауырыу йәки кисекмәҫтән операция талап ителгән балаларға ярҙам йәһәтенән аҡса күсереүгә реквизиттарҙы таба алаһығыҙ.