«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәҙрәнән инеп, аҙыҡ-түлек урларға маташҡан



31.01.2014 Тәҙрәнән инеп, аҙыҡ-түлек урларға маташҡан

Тәҙрәнән инеп, аҙыҡ-түлек урларға маташҡан Шишәмбе кисендә Октябрьский ҡалаһында йәшәгән әбей фатирына ҡайтҡас, кухняһында билдәһеҙ ирҙе күреп ҡала. Ул хужабикәгә иғтибар ҙа итмәй, ҙур тоҡ эсенә аҙыҡ-түлек тултырып торған булған.
Әбей уға: “Оят түгелме һиңә?”, - тип әйтеп ҡарай. Ләкин ир уға әйләнеп тә ҡарамай. Фатир хужаһы ишекте бикләй һәм полиция саҡырта.
Ваҡиға урынына килеп еткән ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре йорттағы өсөнсө ҡаттың тәҙрәһе асыҡ булыуына, балкон тапҡырында ерҙә ҙур тоҡтоң ятыуына иғтибар итә. Бер аҙҙан баҫҡыстан төшөп килеүсе иҫерек егет күренә һәм ул тоҡто алырға маташа. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы күреп ҡалғас, ул ҡасырға уйлай.
Шуныһы асыҡлана – элек тә урлашыу һәм талау буйынса хөкөм ителгән 26 йәшлек егет шул көндө танышына ҡунаҡҡа килә. Улар ныҡ итеп эсә, иҫереп алғас, ашағылары килә. Ҡунаҡ егеттең башына үҙҙәренән бер ҡат аҫтағы фатирға төшөп, аҙыҡ-түлек урларға тигән уй килә. Ул балкон аша тәҙрәне асып инә һәм тоҡҡа ашамлыҡтар тултыра башлай. Ныҡ иҫерек егет хужабикәнең ҡайтыуын да абайламай. Артабан ул тәҙрә аша тоҡто тышҡа ташлай, дуҫының фатирына кире менә һәм подъезға сығып, тоҡто алырға йүнәлә. Ләкин егетте унда хоҡуҡ һаҡлаусылар көткән була.
Хаҡы ике мең һум торған аҙыҡ-түлекте урларға маташыусы егеткә ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға