«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡар бөртөгө – 2014” бер аҙнаға күсерелде



31.01.2014 “Ҡар бөртөгө – 2014” бер аҙнаға күсерелде

“Ҡар бөртөгө – 2014” бер аҙнаға күсерелде Сатлама һыуыҡ торғас, был йәкшәмбелә Минйәр ҡалаһы янында уҙырға тейеш “Ҡар бөртөгө – 2014” саңғы-туристик слеты 9 февралгә күсерелде. Спорт байрамы урынына “Ҡар бөртөгө” исемле махсус электр поезы барасаҡ. Дим станцияһынан иртәнге сәғәт 8-се яртыла ҡуҙғаласаҡ, Өфө станцияһына сәғәт 8-гә барып етәсәк. Тәғәйен урынға – “1753-сө саҡрым” туҡталышына поезд иртәнге сәғәт 11-се яртыла барып етәсәк. Ҡайтыу яғына туристар киске сәғәт 6-ла ҡуҙғаласаҡ, улар 9-сы яртыла Өфөлә буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға