«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡар бөртөгө”нә ғаилә менән барығыҙ!



27.01.2014 “Ҡар бөртөгө”нә ғаилә менән барығыҙ!

“Ҡар бөртөгө”нә ғаилә менән барығыҙ! Был йәкшәмбелә Минйәр ҡалаһы янында “Ҡар бөртөгө” исемле ғаилә саңғы-туристик слеты уҙғарыла. Унда саңғы ярыштары, һырғалаҡтан шыуыу, балалар өсөн конкурстар, спорт уйындары – ҡыҫҡаһы, ғаилә менән онотолмаҫлыҡ ял итеү өсөн барыһы ла буласаҡ. Урман эсендә махсус тамғалар менән билдәләнгән саңғы юлдары һалынасаҡ. Өшөһәгеҙ – йылыныр өсөн махсус палаткалар ҡороласаҡ, шунда уҡ ҡайнар сәй һатыу ҙа ойоштороласаҡ.
Слет урынына “Дим – Әшә”, “Раевка – Әшә”, “Өфө - Кропачево” ҡала-яны электр поездары менән барырға мөмкин. Минйәр ҡалаһынан һуң “1753 километр” туҡтау пунктында төшөп ҡалырға кәрәк. Спорт байрамы элекке Голодный хуторы янындағы аҡланда үткәрелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға