27.01.2014 Иғтибар! Ҡотҡарыу хеҙмәттәренең яңы телефон номерҙары!
Бөгөндән бөтә Рәсәй буйынса экстрен хеҙмәттәрҙең яңы номер системаһы эшләй башланы. РФ Элемтә һәм коммуникациялар министрлығы бойороғона ярашлы, уларға хәҙер бер һаны өҫтәлде. Ҡотҡарыусыларҙы һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырыу өсөн 01 урынына - 101, полицияны – 102, “Тиҙ ярҙам” – 103-тө йыйырға кәрәк. 112 номеры буйынса полиция, МЧС, “Тиҙ ярҙам”, газ хеҙмәте һәм торлаҡ-ҡоммуналь хеҙмәтенең авария хеҙмәттәренә шылтыратыу мөмкинлеге һаҡлана.
Был үҙгәрештәрҙән тыш, электрон хәлдә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алғанда берҙәм консультациялар хеҙмәтенең “115” номеры булдырылды.
Өс урынлы номерҙарҙы стационар һәм мобиль телефондарҙан йыйырға мөмкин. Элекке 01, 02, 03, 04 һандары буйынса шылтыратыуҙан яңы номерҙарға күсеү яйлап башҡарыласаҡ, яңылары менән бер рәттән иҫкеләре лә эшләйәсәк.