«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Банк карталарын ҡуллағанда уяу булығыҙ!



16.01.2014 Банк карталарын ҡуллағанда уяу булығыҙ!

Банк карталарын ҡуллағанда уяу булығыҙ!Хәҙерге заманда күптәр үҙҙәренең аҡсаһын банк карталарында һаҡлай. Эш хаҡы ла шунда күсерелә, кредит карталарынан да бурысҡа алып тороусылар бар. Шулай ҙа кешеләрҙең ғәмһеҙ булыуына аптырарға мөмкин. Мутлашыусыларға телефон аша карта номерын һәм ПИН-код һандарын әйтеүселәр һәм шуның менән аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусылар йыш осрай.
Көшөлөк эсендә карта менән бергә уның ПИН-кодын ҡағыҙға яҙып һалған йәки картаның үҙенә яҙып ҡуйған кешеләр ҙә аҡсаһын ҙур хәүеф аҫтына ҡуя. Яңыраҡ Октябрьский ҡалаһында ла ошондай хәл булды. 30 йәшлек ҡатын тулы маршрут автобусына ултырып ҡайта һәм үҙенең туҡталышында төшкәндә көшөлөгө юғалыуын асыҡлай. Мең һум аҡса менән банк карталары кеҫә бурының табышына әйләнә.
Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Бер нисә сәғәттән ҡараҡ ҡатындың картаһынан 32 мең һум аҡсаһын ала. Көшөлөк эсендә ПИН-кодлы ҡағыҙ һаҡланғанға күрә ул быны еңел эшләй. Ләкин банкомат янындағы видеокүҙәтеү ҡорамалы енәйәтсенең йөҙөн теркәп өлгөрә. Күп тә үтмәй, тәфтишселәр 37 йәшлек ирҙе ҡулға ала. Ул урлашыуы тураһында һөйләп бирә. Әйтергә кәрәк, бур быға тиклем дә ошондай енәйәттәр ҡылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға