16.01.2014 Ҡайныһының машинаһы өс мең һумға “осорған”
Яңы йыл алдынан Шишмә районының Леонидов ауылында йәшәүсе 53 йәшлек ир Шишмә ауылындағы туғандарын байрам менән ҡотларға юллана. Ләкин етеп килгәндә уның автомобиленең моторы сафтан сыға.
Ир үҙенең етенсе моделле “Жигули”һын йүнәтә алмай, шуға күрә лә уны Шишмәлә йәшәгән ҡыҙының йортона тиклем этеп, урамында һаҡларға ҡуялар. “Тимер ат”тың хужаһы байрамдарҙан һуң килеп, моторын ҡарарға уйлай . Кейәүе иһә, машина менән бер нәмә лә булмаҫ, үҙем һаҡлармын, тигән.
14 ғинуарҙа хужа ҡыҙына килһә, автомобиленең юҡлығын күреп ҡала. Кейәүе уға, “Жигули”ны ҡыуып алып киттеләр, тип әйтә. Ләкин ҡайныһы ышанмай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Тикшереү барышында, кейәү кешенең машинаны өс мең һумға ғына һатыуы тураһында белдерә. Артабан ул аҡсаны араҡы һатып алыуға тотона.
Хәҙер ир “Урлашыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.