«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ит изгелек – көт яуызлыҡ йәки дүрт дуҫтың енәйәте



09.12.2013 Ит изгелек – көт яуызлыҡ йәки дүрт дуҫтың енәйәте

Ит изгелек – көт яуызлыҡ йәки дүрт дуҫтың енәйәте Благовещен районындағы Волков ауылында йәшәгән дүрт егет электән бер-береһе менән дуҫ булған. Яңыраҡ улар Ырымбур ҡалаһындағы таныштарына ҡунаҡҡа барырға теләй. Улар автобус туҡталышына сыға һәм такси ялларға уйлай. Ләкин водителдәр алыҫ юлға ризалашмай. Ниһайәт, егеттәргә уңыш йылмая – уларҙы 24 йәшлек водитель ултыртып ала. Ләкин ул Шаҡша ҡасабаһына тиклем барыуын әйтә һәм дүрт мең һум аҡса һорай. Дуҫтар был хаҡты ҡабул итә.
Шаҡшаға барып еткәс, пассажирҙар водителгә үҙҙәрен кафеға алып барырға һәм бер аҙ көтөргә ҡуша. Машина хужаһы тәмәке тартырға тышҡа сыға һәм көтмәгәндә уның башына кемдер ауыр әйбер менән һуға. Хулигандар артабан водителде типкеләй һәм уның кеҫәһенән банк карталарын, көшөлөгөн, документтарын тартып ала.
Бер аҙҙан туҡмалған егетте үҙенең автомобиленең артҡы ултырталар һәм ул туҡмап талаусыларҙың – үҙе алып килгән пассажирҙар икәнен күрә. Егеттәрҙең берәүһе руль артына ултыра һәм машинаны Ырымбур яғына алып китә.
Юлда барғанда талаусылар банк картаһының пин-кодын һорай. Егет әйтмәгәс, уның башына тәмәке төпсөктәрен һүндереп язалайҙар.
Талбазы ауылына етеп барғанда машинаның бензины бөтә. Енәйәтселәр ПИН-кодты ала һәм заправкалау станцияһына инә. Ләкин картала аҡса булмай.
Йәне көйгән егеттәр водителдән башҡа файҙа юҡ, әйҙә уны үлтерәйек, тип һөйләшә. Артабан улар урманға инә һәм ҡорбанының муйынына отвертка терәй. Ләкин шул мәлдә машина хужаһы язалаусыларҙы этеп ебәрә һәм ҡаса. Уны баҫтыра башлайҙар, шулай ҙа егет алыҫ китеп өлгөрә. Ул яҡындағы ауылдағы бер йортҡа инә һәм полицияға шылтырата.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар шунда уҡ патруль-пост хеҙмәте постарына автомобилгә һәм енәйәтселәрҙең билдәләрен сағылдырған күрһәтмә ебәрә.
Стәрлетамаҡ янындағы Рощинский посында полиция банданың юлына ҡаршы сыға. Ләкин егеттәр туҡтамай, тиҙлектәрен арттыра. Ләкин бер аҙ ара үткәс, водитель автомобиль менән идара итә алмай һәм уны кюветҡа ауҙара.
Ҡулға алыу мәлендә енәйәтселәр иҫерек була. Һәр береһенә 22 йәш тулған был дүрт егет айыҡҡас, күп эсеү арҡаһында водителде таланыҡ һәм автомобилде ҡыуып алып киттек тигән. Был дүрт дуҫ Ырымбур юлындағы магазиндан бер йәшник һыра урлауҙары тураһында ла әйтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға