05.12.2013 Машинаһында граната йөрөткән
Дүшәмбегә ҡараған төндә баш ҡаланың Октябрь районындағы Зорге урамында юл-пост хеҙмәткәрҙәре сит ил автомобилен туҡтата һәм водителдең документтарын тикшерә. Руль артындағы 27 йәшлек егет наркотиктар ҡулланғаны өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә яҡшы таныш булған.
Тикшереү барышында хоҡуҡ һаҡлаусылар салондағы ваҡ-төйәк һаҡлау урынында граната ла таба. Ваҡиға урынына тиҙ арала ОМОН-дың сапер төркөмө килеп етә. Улар боеприпасты тикшерә һәм хәүефһеҙ икәнлегенә ышана. Имитациялы запалы булған Ф-1 ярсыҡлы гранатаһы тәү ҡарамаҡҡа ысын кеүек күренһә лә, муляж һымаҡ эшләнгән.
Водитель был хәүефле әйберҙе үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн йөрөтөүе тураһында әйткән. Ләкин полиция хеҙмәткәрҙәре был яуап менән риза булмаған. Әлеге ваҡытта тикшереү алып барыла.