«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сумкаһын талап алып ҡасҡан



05.12.2013 Сумкаһын талап алып ҡасҡан

Сумкаһын талап алып ҡасҡан Яңауыл ҡалаһының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре оло йәштәрҙәге ҡатынды талаған ирҙе “ҡыҙыу” эҙҙәр буйынса, енәйәт урынынан алыҫ түгел ерҙә ҡулға алған. Зыян күреүсе – 66 йәшлек ҡатын хоҡуҡ һаҡлаусыларға билдәһеҙ ирҙең үҙен ергә ҡолатыуы һәм ҡулындағы сумкаһын тартып алып ҡасыуы тураһында белдерә һәм билдәләрен әйтеп бирә.
Һаҡ хеҙмәткәрҙәре енәйәт урынынан ике йорт аша ҡабаланып атлаған ирҙе күреп ҡала. Ул тәүҙә үҙенең был енәйәткә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмауы тураһында әйтә, ләкин ҡатын уны таный.
Талаусы сумканы ҡайҙа ташлап киткәнен күрһәтә. Тәүҙә ул көшөлөк эсендә ятҡан 500 һум аҡсаны алып, документтар ятҡан сумканы подъезда ҡалдыра.
Енәйәт ҡылған 49 йәшлек ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм эсергә яратҡан. Әле ул “Талау” статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға