05.12.2013 Таш музейы ла була икән
Хәйбулла районы үҙәгендә Таш музейы асылды. Ул Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы биләмәһендә урынлашҡан. Экспонаттар араһында райондағы тау сәнәғәте предприятиеларында табылған файҙалы ҡаҙылма төрҙәре бар. Уларҙы туплау менән уҡыу йортоноң студенттары һәм уҡытыусылар шөғөлләнгән. Музейға Хәйбулла районында тыуып үҫкән тау фәндәре академияһы ағзаһы, профессор Миңләхмәт Моталовтың исеме бирелде.