«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Халҡыбыҙҙың ижад байлығы интернетта тупланасаҡ



26.11.2013 Халҡыбыҙҙың ижад байлығы интернетта тупланасаҡ

Халҡыбыҙҙың ижад байлығы интернетта тупланасаҡРеспубликала “Башҡорт әҙәбиәте, музыкаһы һәм һынлы сәнғәте әҫәрҙәренең электрон тупланмаһы” тип аталған дәүләт мәғлүмәт системаһы ойоштороласаҡ.
Был проект милли сәнғәт әҫәрҙәре, шул иҫәптән китапханаларҙағы һәм музейҙарҙағы һирәк осрай торған әҫәрҙәр менән ирекле танышыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙың исемлеген республиканың Мәҙәниәт министрлығында ойошторолған эксперт комиссияһы төҙөгән. Әле ул Башҡортостандың Мәғлүмәт технологиялары агентлығына тапшырылған.
Яңы мәғлүмәт системаһын китаптар, аудио-, видеояҙмалар, картиналар һәм музей экспонаттарының һүрәттәре менән тулыландырыу ҡаралған. Авторлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау маҡсатында, әҫәрҙәр яҙыусылар, композиторҙар, рәссамдарҙың рөхсәте менән генә интернет селтәрендә урын аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға