«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Башҡортостандың тере тәбиғәте”



11.11.2013 “Башҡортостандың тере тәбиғәте”

“Башҡортостандың тере тәбиғәте” Иртәгә БР-ҙың Милли музейында “Башҡортостандың тере тәбиғәте” исемле фотокүргәҙмә асыла. Ул Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм “Ирәмәл” тәбиғәт паркының барлыҡҡа килеүенә өс йыл тулыуға арнала.
Экспозицияла 1 марттан 1 октябргә тиклем “Башҡортостандың тере тәбиғәте” исеме аҫтында ойошторолған фотоконкурсҡа килгән иң яҡшы эштәр күрһәтеләсәк. Ф
отоһөйөүселәр комиссияға 960-тан ашыу тәбиғәт күренешен тапшырған. Улар “Панорама», «Пейзаж», «Этюд», «Хайуандар донъяһы», «Үҫемлектәр донъяһы», «Кеше һәм тәбиғәт» номинацияларында тупланған.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында еңеүселәрҙе бүлкәләү һәм “Ҡандра күле” тәбиғәт паркына 2014 йылға эстафета тапшырыу буласаҡ. Байрам төшкө сәғәт 3-тә башлана. Фотоконкурстың рәсми сайты - www.prirodarb.ru.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға