11.11.2013 Кәрәкмәгән өҫ һәм аяҡ кейемдәрегеҙ булһа...
Уларҙы махсус “Әйберҙәр банкыһы”на тапшырырға мөмкин.
Өфө ҡалаһы мэрияһы “Әйберҙәр банкыһы”н тулыландырырға саҡыра. Был проектҡа ярашлы теләгән һәр кеше кейелгән һәм яҡшы торошло өҫ һәм аяҡ кейемен махсус пункттарға тапшыра. Артабан әйберҙәр аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә таратыла.
Баш ҡалала әле ике әйберҙәр банкыһы эшләп килә. Улар Совет районында урынлашҡан. Адрестары – К.Маркс урамы, 65, тел. 251-38-88 (иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем) һәм Комсомол урамы, 29, тел. 282-38-33 (иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 9-ға тиклем).