«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көпә-көндөҙ мал урлаған



31.10.2013 Көпә-көндөҙ мал урлаған

Көпә-көндөҙ мал урлаған Мәләүез районының Дмитриевка ауылында йәшәүсе 32 йәшлек ир Салауат ҡалаһынан автобуста ҡайтып барғанда ҡырҙа йөрөгән һыйыр малдарын күреп ҡала. Ул күп уйлап тормай, өйөндә кейемен алмаштыра һәм үткенсе машинала малдар йөрөгән яҡҡа йүнәлә. Барып еткәс, ир ҡулына сыбыҡ ала һәм һыйырҙарҙы үҙенең ауылына ҡыуып алып китә.
Кискеһен эргәләге ауыл кешеләре малдарының юғалыуы тураһында Мәләүез районы буйынса полиция бүлегенә хәбәр итә. Тикшереү барышында, полиция хеҙмәткәрҙәре һәүкәштәрҙе ҡыуып барған һәм өҫтөнә спорт костюмы кейгән ирҙе күргән кешеләрҙе асыҡлай. Мал эйәләре һәм оператив төркөм әйтелгән яҡҡа йүнәлә. Күп тә үтмәй, бер кеше үҙенең һыйырын таный. Ул бурҙың йорто янында үлән утлап йөрөгән булған. Башҡа малдар та яҡын-тирәнән табыла.
Һыйырҙарҙы ҡыуып алып киткән ир баштан уҡ, был малдар минеке, тигән. Ләкин һәүкәштәрҙең ҡолағындағы биркаларҙы күрһәткәс, ул үҙенең ғәйебен таный. Барлығы 17 баш һыйыр малын ул аҙаҡтан һатырға уйлаған. Әле ир “Урлашыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға