«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мышыларҙы атыусы ҡулға алынған



31.10.2013 Мышыларҙы атыусы ҡулға алынған

Мышыларҙы атыусы ҡулға алынған Үткән аҙнала Белорет районы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәренә Тирлән ауылында йәшәүсе 27 йәшлек ирҙә мышы ите барлығы тураһында мәғлүм була. Күп тә үтмәй, уға лицензия-рөхсәт биреү бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм полицияның участковыйы бара һәм улар һунарсының йорто соланындағы һыуытҡыста яңы һуйылған мышы итенә тап була. Уны ҡайҙан алдығыҙ, тигән һорауға хужа ауылдан 26 саҡрым алыҫлыҡтағы урманда мышы атып алыуын һөйләп бирә.
Һунар урыны алыҫта урынлашҡан һәм уға һыбай ғына барып етергә мөмкин. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ир менән бергә һунар урынына бара һәм унда ике мышы башы һәм тояҡтарын таба.
Аҙаҡ браконьерҙан полиция хеҙмәткәрҙәре барлығы дүрт мылтыҡ барлығын асыҡлай, уларҙың икәүһе тейешле теркәлеү үтмәгән, берәүһе үҙ ҡулы менән эшләнгән һырлы көбәкле булған.
Әле браконьер иргә ҡарата енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға