«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “МММ” һаман да үҙенең ауына йәлеп итә



31.10.2013 “МММ” һаман да үҙенең ауына йәлеп итә

“МММ” һаман да үҙенең ауына йәлеп итә 90-сы йылдарҙа илебеҙ төрлө мутлашыусылар, экстрасенстар, халыҡ дауалаусылары, медиумдар, астрологтар менән тулды. Совет заманында улар тәғлимәт иткән юҡ-бар тыйылыу аҫтында булғас, ябай халыҡ быға тиҙ биреште, Остап Бендер әйтмешләй, үҙ аҡсаһын зәңгәр ҡаймалы тәрилкәгә һатып тотторҙо.
Мутлашыусылар араһында иң данлыҡлыһы тип, моғайын һәр беребеҙ белгән “МММ” компанияһын билдәләү хата булмаҫ. Күптәр аҡсаһын ваучерға әйләндереп, шул финанс пирамидаһына тыҡты. Аҙаҡтан ул юҡҡа сыҡҡас, күптәр терһәктәрен тешләрҙәй булды, ләкин үҙеңде-үҙен алдап, анһат байып булмай шул.
Бынан бер нисә йыл элек “МММ” компанияһы тағы ла үҙенең тураһында хәбәр бирҙе. Иң ғәжәбе шул – кешеләр был күрәләтә алдауға ҡоролған проектҡа һаман да аҡса тапшырыуын дауам итә.
Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһында булған хәлгә лә ғәмһеҙлек һәм һабаҡ ала белмәү ғәйепле. 51 йәшлек шәхси эшҡыуар 2011 йылда “МММ”-ға үҙенең 270 мең һум аҡсаһын тапшырған. Үткән аҙнала уға ике билдәһеҙ кеше шылтырата һәм үҙҙәрен, “МММ” компанияһының аҡсаларҙы кире ҡайтарып биреү кассаһы менеджеры, тип таныштыра. Шылтыратыусы, артабан, мин һеҙҙең аҡсағыҙҙы пирамиданан кире ҡайтара алам тигән һәм бының өсөн айырым сумма түләргә кәрәклеген белдергән. Кассанан алынған аҡса проценттар менән арттырылып ҡайтарыласағы тураһында ла әйткән.
Эшҡыуар шикләнмәй “Һаҡлыҡ банкыһы” аша әйтелгән сумманы тейешле иҫәпкә күсерә. Аҡсаның айырым ойошмаға түгел, ә шәхси иҫәпкә тәғәйенләнлеге лә уны һиҫкәндермәй.
Аҙаҡтан бер нисә көн буйы менеджерҙар ике тапҡыр шылтырата һәм “тағы ла аҡса кәрәк” тип әйтә. Улар быны страховка иғәнәһе индереү кәрәклеге, банктың иҫәпте “туңдырыуы” менән аңлата. Һөҙөмтәлә эшҡыуар әйтелгән иҫәптәргә 439 мең һум аҡса күсерә. Был операциялар мәлендә уға тейешле сумманың күсеүе тураһында смс-хәбәрҙәр килә, менеджерҙар даими рәүештә шылтыратҡан.
Мутлашыусылар тоҙағына эләккән ир аҡсаһының юҡҡа сығыуын оҙак ваҡытта аңламай. Һуңынан ғына менеджерҙар элемтәгә сыҡмай башлағас, ул полицияға мөрәжәғәт итә.
Әлеге ваҡытта шылтыратыусыларҙың кем икәнлеге, банк иҫәптәренең хужаларын асыҡлау бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға