31.10.2013 Төнгө урамдарҙа һаҡ булығыҙ
Төнгө урамдар хәүеф менән янай. Ошо көндәрҙә Ишембайҙа ике дуҫ урамда бер ирҙең мобиль телефондан һөйләшеүен күрә. Егеттәр оҙаҡ уйлап тормай, ирҙе таяҡ менән туҡмай һәм телефонын эләктереп күҙҙән юғала. Зыян күреүсе шунда уҡ Ленин урамына йүгерә һәм унда дежурҙа булған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин иткән инспекторҙарға таланыуы тураһында һөйләй.
Күп тә үтмәй, әйтелгән билдәләр буйынса ике егет - 23 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәүсе һәм 17 йәшлек һөнәрселек лицейының уҡыусыһы ҡулға алынған. Талап алынған телефон уларҙа булған.
Әле был енәйәт факты буйынса тикшереү алып барыла.