29.10.2013 Балаларҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡларға өйрәтәйек
Зәйнәб Бейешева исемендәге “Китап” нәшриәте “Ҡыҙыл китап вәғәздәре” исемле уҡыу әсбабы сығарҙы. Уның авторы Гөлнур Яҡупова. Баҫма Башҡортостандың Ҡыҙыл китабынан алынған мәғлүмәт нигеҙендә балалар өсөн махсус әҙерләнгән. Юҡҡа сығып барған йәнлектәр һәм үҫемлектәрҙе һаҡлауға арналған хикәйәләр, шиғырҙар һәм матур һүрәттәр йәш уҡыусыны битараф ҡалдырмаҫ.