«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскелек яҡшыға алып бармай



24.10.2013 Эскелек яҡшыға алып бармай

Эскелек яҡшыға алып бармай Белорет ҡалаһында иҫерек көйөнсә ике енәйәт ҡылыусы 29 йәшлек егет ҡулға алынған. Ул төндә яңғыҙы китеп барған ҡыҙҙың ҡаршыһына сыҡҡан һәм уның танауына йоҙроҡ менән һуҡҡан һәм 400 һум аҡсаһын талап алған.
Зыян күреүсе шунда уҡ полицияға шылтырата. Хоҡуҡ һаҡлаусылар махсус операция иғлан итә һәм уға ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте, ЮХХДИ инспекторҙары, патруль-пост хеҙмәте һәм ГНР хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Улар талаусыны бер нисә квартал ситтә таба. Ул ҡыҙҙы туҡмап, аҡсаһын тартып алғас, бер ярты араҡы һатып алып өйөнә ҡайтып барған була.
Ир тәүҙә, мин бер кемде лә таламаным, дуҫымда булдым, тигән. Ләкин ҡыҙ уны таный һәм талаусы үҙенең енәйәте тураһында һөйләп бирә.
Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙы талау алдынан 20 минут алда был иргә ҡарата патруль-пост хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт урынында эскән көйө булғаны өсөн протокол төҙөгән. Ул элек тә ошондай административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм штрафтарҙы түләргә бер ҙә ашыҡмаған. Ир шуның өсөн полицияның махсус ҡабул итеү пунктында бер нисә тәүлек ултырасаҡ. Унан һуң уға талау факты буйынса енәйәт эше асыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға